top of page
Поиск

Белем көнө

  • ajgulnigamatova325
  • 24 окт. 2022 г.
  • 1 мин. чтения

Белем көнө - бала саҡ хәтирәһе булып һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә.

Ошо байрам айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы педагогтары(Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Ниғәмәтова А.И.,Юнысбаева Г.Ғ.,Аҫылбаева М.Ә.,Ҡунаҡбаева Г.Р.). кескәйҙәргә байрам үткәрҙеләр. Ҡунаҡҡа килгән Мальвина менән Буратино төрлө фәһемле ҡыҙыҡлы уйындар аша балаларҙың күңелен күтәрҙеләр, яҡшы кәйеф кенә булдырып ҡалманылар, улар тәрбиәләнеүселәр менән берлектә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрөп, ҡабатлап үттеләр. "Өйҙә яңғыҙ ҡалғанда", "Тәҙрәгә яҡын барма!", "Ут менән шаярма!","Уйын майҙансығында иғтибарлы бул!", "Юл хәүефһеҙлеге" темаларына уйындар балаларға бик тә оҡшаны.

Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға, тәрбиәселәребеҙгә иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!



 
 
 

Comments


2017_05_12_4.png
monrb-bot.png
Снимок.JPG
xxl.jpg
723510_cu933_622.jpg
45789686.jpg
БАШ.JPG
bottom of page