Милли кейем көнө
- ajgulnigamatova325
- 24 окт. 2022 г.
- 1 мин. чтения
Башҡортомдоң милли кейеме -шундай матур, шундай килешле! -тиҙәр,
"Күгәрсен" телмәр төҙәтеү төркөмө балалары һәм тәрбиәселәре Ҡолмөхәмәтова Р.И.
Ниғәмәтова А.И. Ошо байрам айҡанлы, балалар милли кейемдә кейенеп килделәр. Ысынлап та, милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел доньяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске доньяһы - тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Был көн кескәйҙәр башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре ҡашмау, түшелдерек, сәсүрмес менән таныштылар, фотоальбом ҡаранылар, башҡорт милли уйындары "Йәшерәм яулыҡ", ""Күмер йөҙөк" уйындарын уйнанылар.

Comments